top of page

Туған телгә табан 100 аҙым

  • 12 дек. 2019 г.
  • 1 мин. чтения

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Был изге эшкә «Аленушка» балалар баҡсаһы ла ҡушылды. Беҙҙең балалар баҡсаһы, телебеҙҙең әһәмиәтен күтәрергә арналған "Туған телгә табан 100 аҙым” проекты буйынса, милли китапхана тәҡдим иткән исемлеккә өҫтәмә рәүештә, һәр бала, ата-әсәһе менән уҡырға тейешле исемлек булдырҙы. Был мөһим проект киләсәктә ата-әсәләр һәм балалар өсөн бик урынлы һәм кәрәкле булыр тип уйлайбыҙ. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары башҡорт халҡының бөйөк шағир- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында белемдәрен арттырҙылар, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар. Өлкән, мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә, шағир- мәғрифәтсегә арналған мөйөш булдырҙылар, әңгәмәләр үткәрелде, шиғырҙар һөйләнде, йырҙар йырланды. Башҡорт теленә арналған саралар хәтирәләргә бай, иҫтәлекле үтте. Туған телебеҙгә булған иғтибар һәм хөрмәт тағы ла нығыр тигән ышаныстабыҙ! 


 
 
 

Комментарии


Избранные посты
Недавние новости
Архив
Поиск по тегам
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page