top of page

Год башкирского языка

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы көндән – көн яҡыная.

19 март көндө 11-се мәктәптә Башҡорт теле йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Был ғорур һүҙ – Еңеү” исемле сара үтте. Мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү, тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү яғынан бик күп эштәр алып барыла. Сараға ошо мәктәпкә ғүмерҙәрен арнаған педагог – ветерандар һәм Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге методистары саҡырылды. Кисәлә мәктәп уҡыусылары һуғыш темаһына арналған шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар һәм дәртле бейеүҙәр башҡарҙылар.Ватаныбыҙ азатлығын һәм бөтә Ер йөҙөндә тыныслыҡты һаҡлап алып ҡалған үлемһеҙ батырҙарға дан йырланды.


2020 год в России объявлен Годом памяти и славы, а в республике – Годом башкирского языка. К этим двум знаменательным событиям было приурочено мероприятие, которое прошло 19 марта в школе №11. В этот день из уст учеников прозвучали стихи, песни о красоте башкирского языка, о войне, о победе.Под звуки гитары были исполнены песни, а воспитанниками военно – патриотического клуба “Призывник” инсценированы эпизоды из боевых схваток. Гостями этого праздника были ветераны – педагоги школы №11, жители с.Туяляс, представители отдела образования, которые отметили важность и актуальность данного мероприятия.




Избранные посты
Недавние новости
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page