top of page

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ОНЛАЙН ДИКТАНТ


Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 2020 йылдың 25 апрелендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2020” акцияһын үткәрәсәк. Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. 2020 йылдың 25 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай: сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. Эштәр 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша, bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66 Whatsapp мессенджер номерына ҡабул ителә! АКЦИЯНАН СИТТӘ ҠАЛМА! БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ОНЛАЙН ДИКТАНТҠА ҠУШЫЛ!

ссылка:


Избранные посты
Недавние новости
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page